+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Сентябрь 2022, 12:00

Октябрҙә ниҙәр сәсеп була

Был айҙа сәсеү-ултыртыу эштәре теүәлләнә тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Октярбҙә... киләһе миҙгелде башлап ебәрәбеҙ. Шулай ҙа көҙ көнө һарымһаҡтан ҡала тағы ла инҙәр сәсергә була һуң?

Октябрҙә ниҙәр сәсеп була
Октябрҙә ниҙәр сәсеп була

Укроп, сельдерей, петрушка, кинза – былар яҙ көнө оҙаҡ сыға. Ә бына көҙҙән сәсеп ҡалдырһағыҙ, киләһе йылда уларҙан тиҙерәк ауыҙ итерһегеҙ.

Кишерҙе лә көҙҙән сәсергә була. Был партияны – йәй һәм көҙ ҡулланыр өсөн, ә ҡышҡа һаҡлауға һалыр өсөн май аҙағынджа йәнә бер түтәл ултыртырһығыҙ.

Ҡуҙғалаҡ һәм шпинат. Әлеге йәшелсәләр һалҡындан ҡурыҡмай ғына түгел, һалҡынса һауала хатта яҡшыраҡ та үҫә. Шуға ла уларҙы көҙҙән сәсеп ҡалдыра алаһығыҙ.

Орлоҡтарҙы көҙҙән ултыртыуҙың бер нисә үҙенсәлеге бар. Беренсенән, орлоҡтарҙы бик иртә сәсергә ярамай, улар көҙҙән тишелеп ҡалһа, яҙға тиклем һәләк була. Шуға ла һауа температураһының +1, +3-кә ҡәҙәр төшкәнен көтөгөҙ.

Фото:  botanichka.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: