-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Сентябрь 2022, 15:00

Тормошоңдо нимә менән тултыраһың?

Оло бер ғалим үҙенең шәкерттәренә дәрес мәлендә тормош ҡиммәттәренә миҫал килтермәксе булған. Өҫтәлгә быяла һауыт ҡуйған да уның эсенә аштырғансы эре таштар һалған.

Тормошоңдо нимә менән тултыраһың?
Тормошоңдо нимә менән тултыраһың?

- Нисек уйлайһығыҙ, тулдымы? – тип һораған шунан.

- Эйе, күренеп тора бит, тулды, – тип яуаплаған шәкерттәр.

Артабан ҡарт моҡсай менән ҡаты борсаҡ килтереп сығарған да әлеге һауытҡа ҡоя башлаған. Вағыраҡ һәм йоп-йоморо булғас, ул таштар араһындағы ярыҡтарға һис бер ауырлыҡһыҙ инеп урынлаша икән. Моҡсайҙа бер бөртөк тә борсаҡ ҡалмаған – барыһы ла һыйған быяла һауытҡа.

- Нисек уйлайһығыҙ, тулдымы? – тип һораған ғалим тағы.

- Эйе, әлбиттә, туп-тулы булды, – тип яуап биргән шәкерттәр.

Ҡарт иһә йылмайған да эшен дауам иткән: ниндәйҙер ҡумта эсенән ҡом алып, йәнә быяла һауытҡа ҡойорға керешкән. Уныһы ла таш менән борсаҡ араһына инеп юғалған, ти.

- Нисек уйлайһығыҙ, тулдымы – тип һораған уҡытыусы өсөнсө тапҡыр.

- Эйе, әлбиттә, был юлы бөтөнләй буш урын ҡалманы, тигән шәкерттәр дәрәү генә.

- Бынан һуң ғалим һауыт эсенә тағы ике сынаяҡ һыуҙы һыйҙырған.

– Ошо үтә күренмәле һауытты үҙегеҙҙең тормошоғоҙ тип күҙ алдына баҫтырығыҙ, – тип аңлатҡан шунан. – Әгәр уны тәүҙә ял итеү, кәйеф-сафа ҡороу һымаҡ ваҡ-төйәк менән тултырһағыҙ, аҙаҡ уҡыу, һөнәр, йорт, ғаилә һәм балалар кеүек эрерәк, мөһимерәк нәмәләргә урын тапмаясаҡһығыҙ. Ә инде иң кәрәклеһен ваҡытында етерлек туплаһағыҙ һуңынан башҡа нәмәләр ҡамасаулай алмаҫ.

"Бәрәкәт" журналынан.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: