+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2022, 13:00

Бәхет аҡсала түгел

Бер уҡыусы уҡытыусыһынан: «Бәхет аҡсала түгел, тиҙәр, был һүҙҙәрҙә ни дәрәжәлә дөрөҫлөк бар?» – тип һораған.

Бәхет аҡсала түгел
Бәхет аҡсала түгел

Быға уҡытыусыһы шулай тип яуап ҡайтарған:
– Аҡсаға түшәк һатып алырға була, әммә йоҡоно түгел; аҙыҡ алырға мөмкин, ләкин аппетитты түгел; хеҙмәтсе яллай алаһың, әммә дуҫтарҙы һатып алып булмай; аҡсаға ҡатын-ҡыҙҙар табырға мөмкин, әммә – мөхәббәтте түгел; торлаҡ һатып алырға була, ләкин – өйҙөң ҡотон түгел; аҡсаға әллә күпме күңел аса алаһың, ләкин шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы һатып алып булмай, уҡытыусыны аҡса түләп яллай алаһың, әммә аҡылды аҡсаға һатып алып булмай... Был исемлекте тағы әллә күпме дауам итергә мөмкин.

З. Мәһәҙиева.

Фото: https://yandex.ru/images/

Автор:
Читайте нас: