+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Сентябрь 2022, 10:00

Тойғолар хаҡында

Борон-борон заманда бер утрауҙа бар кешеләрҙең тойғолары йәшәгән, ти. Елбәҙәк менән Һағыш, Зирәклек менән Наҙанлыҡ, Ғорурлыҡ һәм Аҙғынлыҡ, Муллыҡ менән Ҡомһоҙлоҡ. Улар менән бергә Мөхәббәт тә йәшәгән.

Тойғолар хаҡында
Тойғолар хаҡында

Бер заман утрау һыу аҫтына китә башлаған. Тойғолар тиҙ генә караптарына ултырып, утрауҙан ҡасыу яғын ҡараған. Мөхәббәт һаман ниҙер көткән, барыһы өсөн дә күктәрҙән ярҙам һорап ялбарған.
Бына утрауҙан Мөхәббәт баҫып торған ҡалҡыулыҡ ҡына тороп ҡалған. Эргәнән Ҡомһоҙлоҡ менән Муллыҡтың ҙур, ҡупшы карабы йөҙә икән.
- Мине үҙегеҙ менән алығыҙсы, - тип үтенгән Мөхәббәт.
- Беҙҙең карап тулы алтын, көмөш, затлы әйберҙәр, һиңә урын юҡ шул, - тип яуаплағандар ҙа тегеләре ары киткән.
Ә һыу һуңғы ҡалҡыулыҡты ла күмеп етеп килә, ти. Бына ул Мөхәббәттең тубығынан бейегерәк булып күтәрелгән.
Елкәндәрҙе бейек күтәргән Ғорурлыҡтың карабы үтеп бара, ти.
- Алсы мине үҙең менән, - тип ялбарған Мөхәббәт.
- Минең карапта барыһы ла ҡаты тәртипкә буйһона, мин был тәртипте боҙһам, үҙемдең булмышыма хыянат итәсәкмен, - тип яуаплаған Ғорурлыҡ, Мөхәббәт яғына башын да бормай.
Һыу Мөхәббәттең биленә тиклем еткән.
- Елбәҙәк, Елбәҙәк! – тип ҡысҡырған Мөхәббәт, күңелле көй яңғыраған, төрлө таҫмалар менн биҙәлгән карапҡа.
Елбәҙәк менән Аҙғынлыҡ күңелле итеп бейешәләр, ти, Мөхәббәттең батып барғанын күрһәләр ҙә, байрамдарын туҡтатырға теләмәгәндәр.
Һыу муйынға етеп килә икән Мөхәббәттең. Янынан хөрт кенә кәмәлә Һағыш йөҙөп бара, ти.
- Һағыш, алсы мине… - тип илай башлаған Мөхәббәт.
- Урын юҡ шул, - тип моңһоу ғына башын сайҡаған Һағыш.
Һуңғы тапҡыр зәңгәр күккә, ҡояшҡа бағайым, тип, Мөхәббәт ҡарашын өҫкә төбәгән. Шул саҡ уны кемдер ҡапыл һыуҙан тартып сығарған. Сал сәсле ҡарт үҙенең етеҙ карабында Мөхәббәтте барыһынан да алдараҡ Ергә алып барған. Мөхәббәт хатта унан исемен дә һорап өлгөрмәгән.
Бына бер ваҡыт Зирәклектең карабы күренгән.
- Зирәклек, әйтсе, ниндәй сал сәсле ҡарт мине ҡотҡарҙы? – тип һораған ул уйсан Зирәклектән.
- Һине Ваҡыт ҡотҡарҙы, - тип яуаплаған ул.
- Ваҡыт?
- Эйе, Ваҡыт. Мөхәббәттең ҡиммәтен, Мөхәббәттең ҡәҙерен Ваҡыт ҡына аңлай ала шул…

Юлиә КИРӘЕВА.

Сығанаҡ: vk.com

Автор:
Читайте нас: