+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Сентябрь 2022, 17:00

Иң-иңе кем?

Тиҙлек яғынан ҡоштар ара­һында шоңҡар беренсе урынды алып тора. Ау ваҡытында ул сәғәтенә 350 километр ара үтә.

Иң-иңе кем?
Иң-иңе кем?
Ә бына ауырлыҡ яғынан ҡош­тар араһында Африка дөйә­ғошо айырылып тора. Ул 156 килограмға тиклем тарта. Икенсе урында — аҡҡош. Уның ауыр­лығы 18 килограмм тәшкил итә.
Ҡанаттарының ҙурлығы яғынан альбатросҡа еткән ҡош юҡ. Оҙонлоғо — 3,15 метр.
Европала иң бәләкәй ҡоштарҙың береһе — кәрлә турғай. Уның ҙурлығы туғыҙ сантиметр, ауырлығы – дүрт грамм.
Иң үткер күҙлеһе — бөркөт. Ул ерҙә сабып барған ҡуянды ике километрҙан күрә ала.
Нисек кенә булмаһын, кешегә иң яҡыны — йорт тауығы. Ул — төп хужалыҡ ҡоштарының береһе. Кешеләр тауыҡты дүрт мең йылдан күберәк аҫрай. Йомортҡа, ит алыу өсөн уны үрсетмәгән ил юҡ.

Фото: kartinkin.net

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: