-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Сентябрь 2022, 18:30

Чайнворд

1-2. Был һыу аҫты ҡыуышлығында йыш ҡына суртан йәшенеп ята. 2-3. Кәүҙәһе киң булыу сәбәпле, йыртҡыстар ауыҙына һирәк эләгә торған балыҡ. 2-13. Иң тәүҙә шәп ағымлы йылғаларҙа ваҡ балыҡ, сабаҡ, ташбаш аулап йөрөгән балыҡты табығыҙ. 

Чайнворд
Чайнворд

Шунан уның хәрефтәрен бутап, анаграмма ысулы менән ылыҫлы ағасты табырһығыҙ. 3-4. Ептән үрелгән ҡанатлы мурҙа. 4-5. Бәрҙе тотоп була торған ҙур йылға. 5-6. Ҙур һөҙгө. 6-7. Ауыҙы тар итеп талдан үрелгән балыҡ аулау ҡоралы. 7-8. Ҡыуығы булмау сәбәпле, гел йөҙөргә мәжбүр булған диңгеҙ балығы. 8-9. Балыҡсы бағрыны тотҡанда ҡыуанып (...) менгәндәй була. 9-10. Бөтәһенә лә таныш был мыйыҡлы балыҡтың 50-нән ашыу исеме бар: мәҫәлән, тосмохар, тостый, ҡомоҡа... Хатта уның исемен аңра кешегә ҡушалар. 10-11. Һаҡаллы балыҡ. 11-12. Балыҡтың ҡара, ҡыҙыл төҫлө деликатесы. 12-13. Был һуғыш ҡоралының исемен йөрөткән балыҡ була. 13-1. Ташбаҡаға оҡшаған был балыҡты Еҙемдә — эталабуға, әмөкө, Ҡыҙыл буйҙарында — этыжыҡ, Эйек-Һаҡмарҙа — эт балығы, Димдә сарағай тиҙәр. 13-2. Тирмә башындағы уҡтарҙың осон кейҙерә торған иң өҫкө дүңгәләк.

Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: