+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Сентябрь 2022, 14:00

Күңел күҙе

Палатала ике ауыр сирле ятҡан. Береһенең карауаты – тәҙрә эргәһендә, ә икенсеһенеке ишек янында урынлашҡан.

Күңел күҙе
Күңел күҙе

– Тәҙрәнән ниҙәр күренә? – тип һорай икән ишек төбөндә ятҡаны.
– О-о, – тип дәртләнеп киткән тегеһе. – Зәңгәр һауа, йәнлек ҡиәфәтендәге болоттар, күл, ә алыҫта урман күрәм.
Ана шулай тәҙрә янындағы ауырыу көн дә күршеһенә урам хәлдәрен бәйән иткән. Бер мәл балыҡсыларҙың күп итеп табыш менән ҡайтып барғандарын күргән. Яр буйындағы шат-көләс балаларҙың уйнауын, ике йәш йөрәктең ҡулға-ҡул тотоношоп, бәхетле йылмайып атлап барғандарын һөйләгән.
Күршеһенең, киреһенсә, был кешенең шундай матурлыҡты күреп ятҡанына көнләшеп, асыуы килгән. «Ниндәй ғәҙелһеҙлек. Ҡара әле, уны ниндәй баһалары өсөн тәҙрә эргәһенә һалдылар икән? Яҡшы урынды биргәндәр. Ә миңә буяуы ҡубып бөткән ишеккә ҡарап ятыуҙан башҡа сара юҡ», – тип зарланған.
Бер ваҡыт түр яҡтағы ир ныҡ итеп йүтәлгә быуылып, тын ала алмаҫ сиккә етә. Шәфҡәт туташын саҡыртыу өсөн баҫа торған төймәгә үрелеп маташа, тик ҡалтыранған ҡулдары бер ҙә тыңлашмай. Икенсеһе был хәлде ситтән күреп ята, әммә уға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡмай. Бер аҙ ваҡыттан һуң ауырыу йән бирә...
Икенсе көндө теге ир үҙен күршеһенең карауатына күсереп һалыуҙарын һорай. Тик барыбер унда ятыу менән ризаһыҙлыҡ белдерә:
– Бында бит тотош стенанан башҡа бер ни ҙә юҡ. Ҡайҙа һуң матур итеп тасуирлаған ағастар, балыҡсылар, балалар? Нисек күр­ҙе икән ул быларҙы?
Шәфҡәт туташы моңһоу ғына йылмайып:
– Ауырыу тома һуҡыр ине. Маңлай күҙе менән түгел, ә күңел күҙе менән күреп, хәлегеҙҙе саҡ ҡына булһа ла еңеләйтәйем, тип тырышҡан. Ә һеҙ быны аңламағанһығыҙ.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлаша...

Фото: poembook.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: