-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2022, 13:00

Мобилизацияланған граждандарҙың эш урыны һаҡланасаҡ

Рәсәй Хөкүмәте мобилизацияланған граждандар өсөн эш урындарын һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарарҙы раҫланы. 22 сентябрҙә  кабминдың рәсми сайтында ошо хаҡта мәғлүмәт баҫылған.

Мобилизацияланған граждандарҙың эш урыны һаҡланасаҡ
Мобилизацияланған граждандарҙың эш урыны һаҡланасаҡ

«Мобилизацияланған граждандар хеҙмәт килешеүен һаҡлап ҡалырға һәм аҙаҡ элекке эш урынына кире ҡайтырға мөмкин. 2022 һәм 2023 йылдарҙа ғәмәлдә булған хеҙмәт мөнәсәбәттәрен хоҡуҡи көйләү үҙенсәлектәренә тейешле үҙгәрештәр индерелде һәм хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар менән раҫланды», — тиелә белдереүҙә.

Текста билдәләнеүенсә, өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылған граждандар менән хеҙмәт килешеүҙәре туҡтатыла, әммә өҙөлмәй. Уларҙың эш урындары һаҡлана.

Бындай ҡарар граждандарҙың социаль-хеҙмәт гарантияларын тәьмин итеү өсөн ҡабул ителде. Ул 2022 йылдың 21 сентябрендә барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-22/pravitelstvo-utverdilo-postanovlenie-o-sohranenii-rabochih-mest-dlya-mobilizovannyh-2962238

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: