+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Сентябрь 2022, 14:00

Ҡыҙыҡлы факттар

Донъяла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, ғәжәп факттар шул тиклем күп, уларҙы һанап, белеп бөтөрөү мөмкин түгел. Һеҙгә лә бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ.

Ҡыҙыҡлы факттар
Ҡыҙыҡлы факттар

*Һәр ҡайһығыҙҙың үҙ тауышының ҡайтауазын ишеткәне барҙыр, ә бына өйрәк баҡылдауы бер ҡасан да ҡайтауаз бирмәй. Әлеге факт фән тарафынан раҫланмаған, ни өсөн шулай икәнен берәү ҙә белмәй.

*Иртәнге йоҡоно еңеү өсөн алма ашау кәһүәнән яҡшыраҡ.

*Самолетта осҡанда сәстең үҫеү тиҙлеге ике тапҡыр арта.

*Балалар яҙ көнө тиҙерәк үҫә.

*Ҡырмыҫҡалар бер ҡасан да йоҡламай.

*Бөйөк физик Альберт Эйнштейн туғыҙ йәшенә ҡәҙәр йүнләп һөйләшә алмаған. Ата-әсәһе уны аҡыл яғынан зәғиф тип уйлаған.

*“Мона Лиза”ның иренен яһауға Леонардо да Винчи 12 йыл ваҡытын бағышлай. Бына “серле йылмайыу”ҙың сере инҙә!

*Ямғыр ваҡытында һыҙғырыу тауышы алыҫҡа тарала.

*Кеше эттәрҙе беҙҙең эраға тиклем 10 000 йыл элек ҡулға эйәләштергән.

*Һәр тутыйғош ғаиләһенең үҙенсәлекле сәләмләү “һүҙе” була, шул “һүҙ” аша тутыйғоштар үҙ ғаиләһенең ағзаһын таный.

Фото: news.microsoft.com

                                  “Өмет” гәзитенән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: