-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Сентябрь 2022, 17:00

Үрмәксенең файҙаһы бар

Беҙҙең халыҡта шундай бер тыйыу йәшәй – үрмәксене үлтерергә ярамай. Уны йортта күрһәң, нисек тә булһа сығарып ебәрергә тырышабыҙ.

Үрмәксенең файҙаһы бар
Үрмәксенең файҙаһы бар

Ғалимдар өйҙә үрмәксенең йәшәүен кеше өсөн файҙалы булыуын асыҡлаған. Улар беҙгә зыян килтереүсе ҡоротҡостарҙы аулай икән. Американың Төньяҡ Каролина штаты университеты ғалимы Мэтт Бертон ҡала һәм ауылдағы 50 йортта тикшеренеү үткәреп, уларҙың күбеһендә үрмәксе йәшәүен асыҡлаған. Былар ауҙарына эләккән бар нәмәне ашап бара икән. Ғәҙәттә йәтмәләренә ауырыу таратыусы ҡоротҡостар – себендәр, ваҡ ҡорттар эләгә. Тик ҡан һурыусы  бөжәктәрҙе генә аулаусы үрмәкселәр ҙә бар икән. Ана шуларҙы тотоп, улар йортто ауырыу таратыусы паразиттарҙан һаҡлай. Үрмәкселәрҙе үлтереп, беҙ үҙебеҙҙе һаҡлаусы “санитарҙарҙы” юҡҡа сығарабыҙ, тимәк.

Әҙәм балаһына бары тик ике төр үрмәксенән генә һаҡланырға кәрәк – Каракурт (черная вдова) һәм Локосцелес. Улар кешегә зыян һалыуы ла ихтимал.

Фото: obnaruzhil.ru

 

Үрмәксенең файҙаһы бар
Үрмәксенең файҙаһы бар
Үрмәксенең файҙаһы бар
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: