+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2022, 10:00

Бөгөн – Һағыҙ көнө

Бынан 173 йыл элек барлыҡҡа килгән ул. 1848 йылда Америка кешеһе Джон Куртис беренсе тапҡыр өйөндә һағыҙ эшләп ҡараған.

Бөгөн – Һағыҙ көнө
Бөгөн – Һағыҙ көнө

Дөрөҫ, һағыҙ сәйнәү ғәҙәте быға тиклем дә булған. Иң боронғоһо беҙҙең эраға тиклем VII  быуатҡа ҡарай. Уны әлеге Финляндия биләмәһендә тапҡандар. Гректар ҙа тештәрен таҙартыу өсөн уны файҙаланған. Былар барыһы ла тәбиғи һағыҙ – ағас сайыры.

Джон Куртис иһә шыршы сайырын ҡайнатып, уны боҙло һыулы формаларға һалып ҡатырған. Бер аҙҙан һағыҙ етештереү фабрикаһы ла асып ебәргән. Тәүҙә был тауарға халыҡтың бик иҫе китмәгән. Теш һәм уртын нығытыу өсөн бик тә файҙалы, тип маҡтағас ҡына эше шәпкә киткән, һағыҙҙы һатып алыусылар ҙа арта башлаған. Яңы төрҙәрен дә уйлап тапҡандар.

1928 йылда химик Уолтер Димер яңы һағыҙ формулаһы уйлап тапҡан. Ул әлегә  тиклем ҡулланыла. 20 процент каучук + 60 процент шәкәр + 19 процент кукуруз сиробы + 1 процент тәмләткес.

Бөгөн һағыҙ бөтә донъя буйлап таралған. Уны етештереүҙә генә түгел, юҡ итеүҙә лә бик күп аҡса тотола. Ҡайһы бер илдәрҙә һағыҙҙы ергә ташлап киткән өсөн дә штраф ҡаралған. Ә Сингапурҙа уны һатып алырға теләүселәр үҙенең исем-фамилияһын һәм таныҡлыҡ номерын әйтергә тейеш.

Фото: childpages.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: