+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2022, 15:00

Штраф хаҡтары йәнә артты

Транспортын рөхсәт ителмәгән урында ҡалдырыусыларға хәҙер күберәк түләргә тура киләсәк. Машинаны штраф туҡталышына эвакуациялауға хаҡтар үҫте.

Штраф хаҡтары йәнә артты
Штраф хаҡтары йәнә артты

Элек транспорт сараһын эвакуациялаған өсөн 1,5 мең һум алһалар, хәҙер 2557 һум түләргә тура киләсәк.

Скутер һәм мотоциклдарҙы махсус туҡталышта һаҡлаған өсөн түләү сәғәтенә 12 һумдан 20 һумға тиклем күтәрелде.

В категориялы, йәғни 3,5 тоннаға ҡәҙәр булған машиналар өсөн сәғәтенә 25 һум урынына 40  һум түләйәсәкбеҙ.

Д категориялы, 3,5 тоннанан ауырыраҡ машиналарға 50 һум урынына 80 һум.

Прицеплы техника өсөн хаҡ 75 һумдан 120 һумға тиклем күтәрелде.

Фото: evakuator7-24.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: