

“Ноябрь” атамаһы латинса “новем” (туғыҙ) тигән һүҙҙән алынған, элек ул ҡыш айы булып һаналған. Боронғо Русь илендә ул тәүҙә туғыҙынсы ай булған. Ә XV быуаттан 1700 йылға ҡәҙәр өсөнсө ай булып килгән һәм “грудень”, йәғни “кантар” исеме менән йөрөтөлгән. “Кантар” – тимәк, тупраҡтың нығыныуы, боҙланыуы. Уны “боҙ айы” тип тә йөрөткәндәр.
Халҡыбыҙҙың боронғо календарында был ай 21-нә тиклем дауам иткән, ә 22-нән “буш” ай башланған. Ысынлап та, ай башында ҡыр эштәре генә түгел, мал-тыуар менән бәйле мәшәҡәттәр ҙә шаҡтай кәмей бит. Боронғо төрки календары буйынса ноябрҙең төп өлөшө Ҡояштың Саян йондоҙлоғонда булған мәленә тура килә. Ул 21-енә тиклем дауам итә. Һуңынан Уҡсы йондоҙлоғона күсәбеҙ.
Фото: lifeo.ru