

Сығарып ташларға әҙерләп ҡуйылған иҫке-моҫҡо тултырылған йәшниктәге әйберҙәрҙе ҡарама, юҡһа, бер нәмә лә ташлай алмаҫһың.
***
Күршеләрең төнгө 3-кә ҡәҙәр музыка аҡыртһа, сәғәт 4-тә шылтыратып, уларға музыканың бик ныҡ оҡшауы тураһында һөйлә.
***
Осрашып йөрөгән ҡыҙыңды нисек талашмайынса ғына ташларға белмәһәң, уны бай кавалер менән таныштыр, кәрәкле һүҙҙәрҙе үҙе табыр.
***
Компьютерыңдың мониторы күренмәй башлаһа, уны ҡоро сепрәк менән ипләп кенә һөрт.