+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
8 Ноября 2022, 10:00

Тиҙҙән, киләсәктә...

Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында тарихты өйрәнеү мотлаҡ буласаҡ. Был турала илдең Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итәләр. Ҡасандыр тарих уҡытыла ине, тик уны, кәрәкмәй, тип бөтөрҙөләр ҙә, хатаны һуңлап булһа ла аңлап ҡалдылар.

Тиҙҙән, киләсәктә...Тиҙҙән, киләсәктә...
Тиҙҙән, киләсәктә...

2023 йылдың 1 сентябренән һәр вуздың дәрес теҙмәһендә тарих фәне үҙ урынын аласаҡ. “Тәсәй тарихы”на кәмендә 144 сәғәт биреләсәк. Белем биреү стандарттарына үҙгәрештәр индерелә.

Тарихҡа ниңә шундай иғтибар, тиһегеҙме? Илебеҙҙең үткәнен ялған итеп күрһәтеүгә, факттарҙы боҙоуға юл ҡуймау, студенттарҙа илһөйәрлек тәрбиәләү – төп маҡсат, әлбиттә.

А. АЙБУЛАТОВА.

Фото: //ug.ru/

Автор:
Читайте нас