-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь , 16:00

Декабрист гөлөң сәскә атамы?

Шлюмбергера йәки халыҡта декабрист тип аталған был гөл йылдың һалҡын мәлендә – ноябрҙән башлап мартҡа тиклем сәскә ата. Иң мөһиме – гөл сәскә атҡансы уның өсөн тыныслыҡ мәле булдырырға кәрәк.

Декабрист гөлөң сәскә атамы?
Декабрист гөлөң сәскә атамы?

*Был гөл артыҡ күп һыу һипкәнде яратмай. Йәйгеһен 4-5 көнгә бер тапҡыр, йылдың һалҡын мәлендә аҙнаға бер тапҡыр һипһәң дә етә.

*Декабристы тура ҡараған ҡояш нурҙары аҫтында тотмайбыҙ, ул ярымкүләгә ярата.

*Гөлдө әүҙем үҫеше һәм сәскә атыу осоронда ашламалар менән туҡландырыу файҙалы. Улар баҡсасылыҡ магазиндарында һатыла. Яҙ, йәй һәм көҙ башында ул ял итә, шуға ла был ваҡытта туҡландырыу туҡтатылырға тейеш.

* Әгәр үҫемлегегеҙ сәскәгә бөрөләнмәй икән, уны күпмелер ваҡыт һалҡынса температура 10-15 градус тирәһе булған урында тотоғоҙ.

*Әйтәйек, көҙ башында гөлгә 15 градуслы һауа килешә. Шул саҡта ул сәскәгә бөрөләнә. Һуңынан ноябрҙән алып йылыраҡ урынға күсерегеҙ һәм декабрист шаулап сәскә ата башлаясаҡ.

*Яҡтылыҡ дөрөҫ булмаһа, һыу һибеү тәртибе боҙолһа, үтәләй өргән елдә ултырһа, яҡында йылытҡыс приборҙар булһа ла гөл сәскә атыуҙан туҡтай.

Фото: www.nn.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в