

Ләкин уны алғансы шуны иҫәпкә алыу мөһим: беренсенән, балаға 6-8 йәштәр булырға тейеш, икенсенән, өлкәндәрҙең үҙҙәренә лә мәшәҡәттәргә әҙер булыр кәрәк.
“Өйҙә йорт хайуаны йәшәгәндә (шәхси йорттарҙа – ишек алдында ла) балалар яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ хисен иртәрәк тоя башлай, уның үҫеше тиҙләшә”, – ти белгестәр. Бесәй йәки эт, ташбаҡа йәки попугай һатып алғансы улығыҙға йәки ҡыҙығыҙға малҡайҙың уйынсыҡ түгел, ә ғаиләнең бер ағзаһы буласағы, шуның өсөн ҡайғыртырға кәрәклеге тураһында аңлатығыҙ. Шул көндән алып ғәҙәти аҡҡан тормошоғоҙҙоң күп йылдарға үҙгәрәсәген дә онотмағыҙ. Мәхлүкте “еләтте” тип кенә сығарып ташлай ярамай”.
Фото: edinayareligiya.ru