

Был мәғлүмәт ҡайҙа һаҡлана һуң? Күктә һаҡланған тәҡдир яҙыуында – “ләүхүл-мәхфүз”дә. Ғәрәп теленән туранан-тура мәғәнәһе – “һаҡлана торған таҡта”.
Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт былай тип әйткән: “Аллаһы Тәғәлә күктәрҙе һәм ерҙе бар иткәнсе 50 мең йыл алдан кешеләрҙең яҙмыштарын яҙып ҡуйған”.
Ҡөрьәндә былай тип әйтелгән: “Ләүхүл-мәхфүздә (күк китабында) яҙылмайса, йәғни Хоҙай тәҡдир әйтмәйсә, ергә лә, һеҙҙең күңелдәрегеҙгә лә бер ниндәй бәлә-ҡаза, ҡайғы ирешмәҫ. Был бәлә-ҡазаның буласағын белеү Аллаһы өсөн бик еңелдер” (“Әл-Хәдид/Тимер” сүрәһе, 22-се аят).
Тимәк, яҙмышты үҙгәртеү беҙҙең ихтыярҙа түгел? Был һорауға Рәсүлебеҙҙең түбәндәге хәҙисе яуап бирә: “Юғарыла тәҡдир ҡылынғанды бер ни ҙә үҙгәртә алмай, доғанан ҡала”.
Доға ҡылыуҙың төп маҡсаты – һәр нәмәнең хәйерле тамамланыуын һорау. Шул осраҡта беҙ яҙмышыбыҙҙы хәйерле яҡҡа үҙгәртә аласаҡбыҙ.
Фото: vpoiskaxsebya.ru