+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2022, 16:00

Иғландарҙан

“Ғәлиев Ғәли Ғәли улы исе­менә тултырылған хәрби билетты табыусыны ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләргә”. ***

Иғландарҙан
Иғландарҙан

“Бер буш урынлы ике урынлы карауат һатыла”.
***
“Дүртенсе ҡатҡа рояль мендерер өсөн ауыр музыка яра­тыусыларҙы эҙләйем”.
***
“Гидрометеоүҙәккә быуын­дары һыҙлаған хеҙмәткәр талап ителә”.
***
“Опера һәм балет театрына “Спартак” балетында ҡатна­шыу өсөн гладиаторҙар талап ителә. Яңғыҙаҡтарға казарманан урын бирелә”.
***
“Археология институты үҙ автомобиле менән шофер­ҙарҙы, үҙ көрәктәре менән ер ҡаҙыусыларҙы, үҙ хазиналары менән хазина табыусыларҙы эшкә саҡыра”.
***
“Машина йөрөтә белеүсе йәш һылыу ҡыҙ менән танышам. Машинаның фотоһүрәте мотлаҡ”.
***
“Ҡырҡ йәшлек ҡатынымды ике егермегә алмаштырам. Дүрт тапҡыр ун вариантын тәҡдим итмәҫкә”.

Автор:
Читайте нас: