+14 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2022, 05:00

Иң яҡшы саҙаҡа – һыу

Һыу – тәбиғәттә  иң ҡәҙерлеһе. Аллаһы  Сөбхәнәһу вә Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: “Аллаһы Тәғәлә һәммәбеҙҙе шыйыҡсанан яралтты”, – тине. “Иң яҡшы саҙаҡа – һыу менән һуғарыу”, – тигән хәҙистең тарихы былай: Сәғит исемле бер кеше  Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт янына килә һәм уға һорау менән мөрәжәғәт итә: “Йә, Пәйғәмбәр, ата-әсәйем иҫән ваҡытта мин уларға саҙаҡа ҡыла инем, уларҙы тәрбиәләй инем.

Иң яҡшы саҙаҡа – һыуИң яҡшы саҙаҡа – һыу
Иң яҡшы саҙаҡа – һыу

Хәҙер әсәйем вафат. Уға нимә менән саҙаҡа ҡылыу хәйерлерәк булыр?” Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт уға: “Һыу менән”, – тип яуап бирә.

Ябай кеше был һүҙҙәрҙе бер сынаяҡ һыу биреү тип аңлар ине. Ләкин сәхәбәләр бик тәрән фекер йөрөткән. Был кеше Пәйғәмбәребеҙ Мөхәмәттең яуабын алғас, үҙ әсәһе хөрмәтенә ҡойо ҡаҙыта һәм уға ҡәҙерлеһенең исемен ҡуша. Кеше шул ҡойонан һыу алған һайын Сәғиттең  әсәһенә һәм уның үҙенә ла саҙаҡа, әжер-сауаптар була. Шулай итеп, һыу бик яҡшы саҙаҡа булып тора”, - тип яҙа Ғәбделхаҡ хәҙрәт Саматов.

Фото: ru24.net

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас