+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Төрлөһөнән
16 Декабря 2022, 04:00

Яңы йыл байрамын мосолмандарға билдәләргә яраймы?

Ысынлап та, ошо йәһәттән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Был һорауға хажи Фәрит хәҙрәт Вәлиевтың яуабын уҡып ҡарағыҙ әле.

Яңы йыл байрамын мосолмандарға билдәләргә яраймы?Яңы йыл байрамын мосолмандарға билдәләргә яраймы?
Яңы йыл байрамын мосолмандарға билдәләргә яраймы?

- Ысынлап та, Яңы йылды байрам итеү дөрөҫ түгел, ширк тип тә әйтеп булмай. Беҙ яңы йылды ике тапҡыр ҡаршылайбыҙ: мосолман һәм григориян календары буйынса. Һуңғыһы беҙҙә бер быуатҡа яҡын билдәләнә. Йылдың башланыуын байрам тип ҡабул итеүҙең зарары юҡтыр. Тик Ҡыш бабайҙы – һалҡын ҡыш, ә Ҡарһылыуҙы ҡар бөртөгө образы тип кенә ҡабул ҡылып, уларҙан тылсым көтмәһәк ине. Балалар бүләктәрҙе Ҡыш бабайҙыҡы тип түгел, ә ата-әсәйҙең Яңы йыл бүләге тип ҡабул итһә, Яңы йылға теләктәрҙе фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә юллаһаҡ, тик Раббыбыҙҙың ярҙамына өмөт итһәк, байрамды билдәләү гонаһ түгел. Ә Раббыбыҙға мөрәжәғәт итеү урынына балаларҙы Ҡыш бабайҙың сихри көсөнә, тылсымына ышандырыу, унан теләктәрҙе тормошҡа ашырыуын һорап, ярҙамына өмөт итеү – гонаһ. Беҙ балаларыбыҙҙы ялған персонаждар көсөнә ышандырып үҫтерәбеҙ. Уларҙы алдашырға өйрәтәбеҙ. Уйлап сығарылған нимәләрҙән һаҡланһаҡ ине.

Яңы йыл үткәреүгә шыршы һатып алып, йортобоҙға ултыртабыҙ. Ә шул миллионлаған ағасты әрәм итмәһәк, улар үҫеп, һауаны сафландырып ултырһа, дөрөҫөрәк булмаҫ инеме?! Уҙа ҡалһа өс аҙна ултырасаҡ шул шыршының һындырып алынған бер ботағы йортҡа тәмле ылыҫ еҫе аңҡытып ултырһа ла етә лә бит...

Унан, Яңы йылды ҡаршылайбыҙ тип, үҙебеҙгә гонаһ алып, иҫерткес эсемлектәр эсеп ултырыу дөрөҫ түгел.

Тағы шул:  байрамды салют, фейерверктар менән ҡаршылау ғәҙәткә инде. Берҙән – ваҡыт, икенсенән аҡса исраф ителә. Бер файҙаһы булмаған, 3-4 минутлыҡ пиротехника өсөн киткән сығымды һауаплы эштәргә мәҫәлән, саҙаҡаға тотонһаҡ ине.

Килгән йылдар бәрәкәтле, ҡотло булһын, илдәр имен торһон. Һәммәбеҙгә лә ике донъя именлеге, рәхмәт-бәрәкәттәре насип булһа ине.

https://ejansura.ru/articles/iman/2021-12-30/ya-y-yyl-bayramyn-mosolmandar-a-bild-l-rg-yaraymy-2637583

Фото: 1zoom.ru

Автор:
Читайте нас