+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ғинуар 2023, 12:00

Марат Зөлҡәрнәев музей ойошторған

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостандың Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәев хәрби операция биләмәһендә музей ойошторған.

Марат Зөлҡәрнәев музей ойошторған
Марат Зөлҡәрнәев музей ойошторған

Күргәҙмә республикабыҙҙың хәрби тарихына һәм халыҡтар мәҙәниәтенә арналған. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизацияның тәүге көндәрендә үк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, тарих фәндәре кандидаты, “БР тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Марат Миңлеғәли улы Зөлҡәрнәев махсус хәрби операцияға юлланғайны.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: