+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
25 Ғинуар 2023, 14:00

Магазинда алданмайым, тиһәң...

Ҡайҙа барма, алдарға ғына торалар инде беҙҙе. Әллә заманаһы шундай, белмәҫһең. Кибеттә еләк-емеш, йәшелсә йә иһә үлсәүле башҡа әйбер алғанда алданмаҫ өсөн ябай ғына бер ысул бар. Шуны хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ.  

Магазинда алданмайым, тиһәң...
Магазинда алданмайым, тиһәң...

Хәҙер күп һатыусылар электрон үлсәүҙәр менән эшләй. Ләкин улар менән хәйләләшеп булмай, беҙҙе алдай алмайҙар, тип уйламағыҙ. Заман алға бара – улар ҙа уңайлы ысулдарын таба. Шул тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн бына был кәңәшкә таянығыҙ.

 Барыбыҙҙа ла телефон бар, ана шуны үҙегеҙ ышанған, ялған һандар күрһәтмәй торған бизмән менән үлсәп ҡуйығыҙ. Баҙарҙа һеҙҙе алдарға теләүҙәрен тойһағыҙ, кеҫә телефонығыҙҙың ауырлығын тикшереп ҡарағыҙ.

Бына шул рәүешле һатыусының ҡапҡанына эләкмәҫһегеҙ!

Фото: meme-arsenal

  https://kiziltan.ru/articles/poleznoe/2020-02-05/kibett-aldanmyym-dis-674094

 

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: