+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2023, 11:00

Бәхет бит ул...

Бер ваҡыт Сократ янындағы кешеләргә һорау биргән:  – Был тормошта иң мөһиме нимә?

Бәхет бит ул...
Бәхет бит ул...

Кемдер, һаулыҡ, тигән, кемдер – байлыҡ.

– Иң мөһиме – матур кәүҙә һәм ылыҡтырғыс булыу, – тип тә өҫтәгән берәү.

– Ә үҙең ниндәй фекерҙә? – тип тә һорағандар аҡыл эйәһенән.

Сократ былай тип яуаплаған:

– Минеңсә, иң мөһиме – бәхет. Бына һеҙ нисек уйлайһығыҙ, һәр һау кеше бәхетле буламы?

– Булмауы ла мөмкин.

– Ә ылыҡтырғыс матур кеше гел бәхетлеме икән?

– Уның да бәхетһеҙ булыуы мөмкин.

– Ә бай кеше?

– Киреһенсә, улар хатта, байлығын юғалтыуҙан ҡурҡып, бәхетһеҙ...

Сократ һүҙен дауам иткән:

– Һеҙгә табип ярҙамы кәрәк икән, ти. Һеҙ ниндәй белгескә бараһығыҙ: бай һәм йоғонтоло йә матур йөҙлө табипҡамы, әллә бәхетле докторғамы?

Тыңлаусыларҙың барыһы ла бер тауыштан:

– Әлбиттә, бәхетле табипты һайлаясаҡбыҙ! – тигән.

– Шулай итеп, беҙ күмәкләп бер фекергә килдек: был донъяла иң кәрәклеһе – бәхет. Уға ынтылыш булырға тейеш.

Фото: wikijp.org

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-17/b-het-bit-ul-2545263

Автор:
Читайте нас: