+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Ғинуар 2023, 10:00

Әсәлек капиталының мөмкинлектәре

Хөкүмәт Әсәлек капиталын ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтте. Хәҙер әлеге аҡса ярҙамында шәхси балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм репетиторҙар күрһәткән белем биреү хеҙмәттәре өсөн түләргә мөмкин буласаҡ (уларҙың белем биреү эшсәнлегенә дәүләт лицензияһы булған осраҡта).  

Әсәлек капиталының мөмкинлектәре
Әсәлек капиталының мөмкинлектәре

Әсәлек капиталы аҡсаһынан түләү өсөн ата-әсәләр, хеҙмәт күрһәтеү баһаһын иҫәпләп, Пенсия фондына ғариза һәм шәхси эшҡыуар менән төҙөлгән килешеү килтерергә тейеш. Был күп функциялы үҙәктә, Пенсия фонды бүлегендә йә иһә уның сайтында, шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша эшләнергә мөмкин.

Фото: mintrud.gov.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: