+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Февраль 2023, 13:00

Мунсаға һарымһаҡ һуты йотоп барығыҙ, үәт!

Мунсаны барыбыҙ ҙа ярата, сөнки ул – иң яҡшы тынысландырыу сараһы. Боронғолар уны “халыҡ табибы” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Ә бына япон ғалимдары мунса терапияһының кеше психикаһына нисек йоғонто яһауын ныҡлап тикшергән.

Мунсаға һарымһаҡ һуты йотоп барығыҙ, үәт!
Мунсаға һарымһаҡ һуты йотоп барығыҙ, үәт!

Даими рәүештә эҫе парға кереү, тәндең температураһы ҡыҫҡа ваҡытҡа күтәрелеп алыу һөҙөмтәһендә организм микростресс кисерә. Һөҙөмтәлә, баш мейенең нерв системаһы стимуллаша һәм серотонин бүлеп сығара. Шуға ла мунсасыларҙың кәйефе һәр саҡ күтәренке була.

Шулай уҡ мунса йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшсәнлегенә яҡшы тәьҫир итә, айырыуса йөрәк эшсәнлегенең активлығын һаҡларға ярҙам итә. Даими мунса инеүҙең тағы ла бер яҡшы яғы бар, ул – тын юлдары системаһы ауырыуҙарынан һаҡлау һәм дөйөм физик тонусты күтәреү өсөн файҙалы сара.

Мунсаға барыр алдынан 1-2 аш ҡашығы һарымһаҡ һуты ҡабырға кәңәш ителә. Ул тирләгәндә организмдан ағыулы һәм зыянлы матдәләрҙе сығарырға ярҙам итә. Шулай уҡ мунсала тәнде ышҡыу, рәхәтләнеп сабыныу массаждың иң яҡшы төрҙәре булып тора. Мунсанан һуң ҡайнар сәй, гөлйемеш һәм ҡурай еләге төнәтмәһе эсеү сәләмәтлеккә бары тик ыңғай йоғонто яһай.

Табиптар белдереүенсә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы ауырыуы, ҡан баҫымы юғары булғанда сауна һәм мунсаға барырға ярамай. Әгәр тән температураһы юғары булһа, йәки организмда ялҡынһыныу процессы барһа, был осраҡта ла эҫе мунса керергә ярамай. Инфекция, гинекология ауырыуы булғанда ла мунсаға барырға кәңәш ителмәй.

Фото: myhouse56.ru

https://kiziltan.ru/articles/poleznoe/2023-01-11/munchaga-sarymsak-suty-yotyp-barygyz-3101442

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: