-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Февраль 2023, 12:00

Һаҡ булайыҡ, абай булайыҡ!

Республикала 2023 йылдың 1 февраленә 513 янғын теркәлгән, уларҙа 39 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итә.

Һаҡ булайыҡ, абай булайыҡ!
Һаҡ булайыҡ, абай булайыҡ!

Ведомствола билдәләүҙәренсә, ҡорбандарға юл ҡуймаҫҡа мөмкин, ләкин янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәле эҙемтәләргә килтерә.

«Хөрмәтле республика халҡы, ут менән һаҡ булығыҙ. Һүндерелмәгән тәмәкенең янғын сығанағы була алыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ, сөнки йоҡлағанда, уянмаҫ өсөн өс кенә төтөн һулышын алыу ҙур бәләгә килтереүе ихтимал. Электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ һәм мейес яғыуҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Һеҙҙең именлегегеҙ – һеҙҙең яуаплылыҡ», - тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: