+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Февраль 2023, 09:00

Ғәмәлдәр доғалар менән бергә ҡылынһын!

Был риүәйәт беҙгә доғаларыбыҙ, на­маҙҙарыбыҙ менән бергә ғәмәл­дәребеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн баш­ҡарылырға тейешлеге хаҡында һөйләй. Беҙ барыбыҙ ҙа – ябай кеше­ләр, беребеҙ ҙә беребеҙҙән кәм түгел.

Ғәмәлдәр доғалар менән бергә ҡылынһын!
Ғәмәлдәр доғалар менән бергә ҡылынһын!

Бәндәселек менән ҡылған хатала­рыбыҙҙы ғәфү итеүҙе һорап, изге Ра­маҙан айында ураҙалар тотабыҙ, намаҙ­ҙар уҡыйбыҙ, доғалар ҡылабыҙ! Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн. Ҡабул булһын!

Ниәттәрең сыуаламы?

Ашмаймы хыялдарың?

Оноттоңмо, замандашым,

Был Ерҙә доға барын?!.

 

Теләктәр ҡабул булмаймы?

Алға бармаймы эшең?

Хәтереңдән юйҙың әллә

Намаҙ барлығын, кешем?!.

 

Тыныслығың юғалдымы?

Юҡ кеүек илдә әҙәп?

Яҡшылыҡты тик үҙенән

Башлаған Ерҙә Әҙәм!

 

Ғорур баҫыр өсөн бер мәл

Саждәгә китеү кәрәк!

Иман – кешенең асылы!

Нурҙан таҙара йөрәк!

 

Донъяға ас ҡоласыңды!

Ул асыр һиңә ҡолас!

Һәр уйың, һәр бер ниәтең

Булһын тик ихлас! Ихлас!

 

Яҡты ай тыуған донъяға,

Ҡәлебте имләй аҙан!

Саф ғәмәлдәр менән һуғар

Бәндә йәнен, Рамаҙан!

Фото: lacr1ma.livejournal.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: