+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Февраль 2023, 15:00

Сәхнәлә – «Ҡыҙыл паша»

Бөгөн, 3 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡыҙыл паша» (Нәжиб Асанбаев) спектакленең премьераһы көтөлә. Режиссеры – Айрат Әбушахманов, рәссамы – Альберт Нестеров. Инсценировка авторҙары – Айрат Әбушахманов менән Динара Ҡәйүмова.

Сәхнәлә – «Ҡыҙыл паша»
Сәхнәлә – «Ҡыҙыл паша»

Декабрҙә ул Бишбүләк районы мәҙәниәт һарайында ҙур аншлаг менән үткәйне. Премьераның нәҡ Бишбүләктә ҡуйылыуы осраҡлы түгел, сөнки Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов ошо төбәктә тыуып үҫкән. Билдәле илсе-яҡташыбыҙ  хаҡындағы данлы «Ҡыҙыл паша» спектакле тәүге тапҡыр бынан 40 йыл элек, 1982 йылда, театр сәхнәһендә гөрләп бара. Һоҡланғыс һәм тетрәндергес яҙмышлы илсе хаҡындағы сәхнә әҫәрен хатта телевизор аша барлыҡ СССР-ға күрһәтәләр. Ә пьесаның авторы Нәжиб Асанбаев, спектаклдең режиссеры Лек Вәлиев һәм төп ролде башҡарған Әхтәм Әбушахманов Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була. Спектакль ғәрәп илдәре театрҙарының халыҡ-ара театр фестивалендә (Дамаск, 1986) ҡатнаша.
Заманында тамашасыларҙы таң ҡалдырған «Ҡыҙыл паша»ның яңы ҡуйылышы ла театр һөйөүселәрҙе битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

Сығанаҡ: https://bashkizi.ru/articles/yondo-lo-ya-yly-tar/2023-02-01/s-hn-l-y-yl-pasha-3126254

 

Автор:
Читайте нас: