+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Февраль 2023, 12:00

ҠӘЛӘМ

Өләсәһенең яҙышып ултырғанын күреп, кескәй ейәне уның эргәһенә килә лә бер килке тексәйеп тора.– Нимә тураһында яҙаһың, өләсәй? Әллә минең хаҡтамы? – тип ҡыҙыҡһына шунан.– Нимә менән яҙғанымды ҡара әле, – ти өләсәһе, эшен бер яҡҡа ҡуйып тороп. – Ошо ҡәләмгә ҡарап һабаҡ алыуыңды теләр инем...

ҠӘЛӘМ
ҠӘЛӘМ
Малай аптырап ҡала. Ҡәләмде ҡулына алып, әйләндереп-әйләндереп ҡарай, тик бер ниндәй үҙенсәлеген тапмай.
– Башҡалары кеүек тәһә! Бер нәмәһе менән дә айырылмай, – ти.
– Эйе, улым, ҡәләмдәр барыһы ла оҡшаш. Уларҙа бик мөһим биш хикмәт бар, – тип аңлата өләсәһе. – Беренсенән, ниндәй генә яҡшы булмаһын, ҡәләм үҙенән-үҙе яҙа алмай. Кешеләр ҙә йә Раббыһының ҡанундарына буйһона һәм яҡшылыҡтар ҡыла, йә, киреһенсә, шайтанға хеҙмәт итә. Аллаһ ҡоло бул, улым. Икенсенән, матурыраҡ яҙһын-һыҙһын өсөн ҡәләмде ослап торорға кәрәк. Был уға ауыртыныу тыуҙыралыр, ләкин нәтижәһе хәйерле. Ҡыйын ваҡыттарҙы түҙемлек менән үткәрә бел, улым – шул арҡылы әҙәм балаһының йөрәге таҙара, иманы нығына. Өсөнсөнән, әгәр һин ҡәләм ҡулланаһың икән, яңылыш яҙғандарыңды юя алаһың. Шуны онотма: был донъяла саҡта тәүбә итергә, хаталарыңды төҙәтергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Дүртенсенән, ҡәләмдең эше тышҡы матурлығына түгел, ә эсендәге графиттың сифатына бәйле. Әҙәм балаһының да төҫ-ҡиәфәтенән алда күңеленең күркәм булыуы мөһим. Бишенсенән, ҡәләмдең төп тәғәйенләнеше – үҙе артынан ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдырыуы. Кеше лә шулай. Изге ғәмәлдәрҙе йышыраҡ ҡыл, улым, саҙаҡаларың файҙалы һәм дауамлы булһын!
 
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: