+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2023, 13:15

Боросто ҡасан сәсергә?

Болгар боросо беҙҙең өҫтәлдә иң популяр йәшелсәләрҙең береһе. Татлы ризыҡ булыуҙан тыш, ул С витаминының ҡиммәтле сығанағы ла. Был йәшелсәне ҡасаныраҡ сәсергә һуң? 

Боросто ҡасан сәсергә?
Боросто ҡасан сәсергә?

Борос орлоҡтары оҙаҡ шытыу сәбәпле, уны иртәрәк ултыртырға кәңәш итәләр. Һәр бер төбәктә тәбиғәт шарттарына ҡарайҙар. Беҙҙең ерлектә, баҡсасылар уны 15 февралдән 10 мартҡа ҡәҙәр сәсергә кәңәш итә. Борос орлоҡтары бик оҙаҡ – 2 аҙнанан алып айға ҡәҙәр шытып сығырға мөмкин. Март аҙағында сәсһәң, орлоҡтоң апрель аҙағында ғына килеп сыҡҡан осраҡтары була. Орлоҡтоң сифатына ла ҡарай. Әгәр ҙә шыттырып сәсһәң, тиҙерәк сығасаҡтар. Үрсетмә 60-70 көн  үҫкәндән һуң асыҡ грунтҡа күсерелә. Борос күсереп ултыртыуҙы бик яратып бармай, шуға күрә орлоҡтарҙы айырым һауыттарға сәсеү яҡшыраҡ. Боростоң тамыр системаһы ҙур түгел, шуға күрә диаметры 10 сантиметр булған һауыт та етә.

Ҡайһы бер баҡсасылар борос орлоҡтарын ай календары буйынса ултырта. Уңыш күбеһенсә үҫентеләрҙе дөрөҫ ултыртыуға ла бәйле.

Фото: rsute.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: