+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2023, 12:00

Әҙерәк һыуытасаҡ

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 6 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ -2, -7 градус, урыны менән 12 градусҡаса һалҡын.

Әҙерәк һыуытасаҡ
Әҙерәк һыуытасаҡ

Шишәмбе, 7 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18, аяҙытҡанда -21, -26 градус. Көндөҙ -7, -12 градус. Шаршамбы, 8 февралдә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Көн элгәре кеүек үк, урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -13, -18, аяҙытҡанда -21, -26 градус. Көндөҙ -7, -12 градус.

Фото: https://proural.info/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: