+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Февраль 2023, 14:00

Күгәрсен һөтө

Кәнфит шулай тип атала аталыуын, ә ысын күгәрсен һөтө буламы һуң? 

Күгәрсен һөтө
Күгәрсен һөтө

Ҡоштар яңы тыуған балаларын имеҙеп түгел, ә төрлө бөжәктәр ашатып үҫтерә. Шуның өсөн “ҡош һөтө” тигән әйтем ниндәйҙер ысынбарлыҡта булмаған ризыҡты аңлата. Ләкин бындай әйтем бөтөнләй юҡтан да барлыҡҡа килмәгән, ҡош һөтө үҙе тәбиғәттә бар. Беҙ күнегеп бөткән һыйыр йәки кәзә һөтөнә оҡшамаған ул – шыйыҡ эремсекте хәтерләтә. Ул күгәрсендәрҙең һәм пингвиндарҙың боғағында (зоб) яңы ғына донъяға килгән ҡошсоҡтарҙы ашатыу өсөн барлыҡҡа килә. Был ашамлыҡ, әсә һөтө кеүек, бар кәрәкле витаминдарға бай.

Фото: sunhome.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: