-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Февраль 2023, 10:00

Һыуғояр

ҺӘНӘК йондоҙнамәһе Һыуғоярҙарҙан һүҙ кран­дан бәргән һыу кеүек ағыла. Был ағымға кемдер бик оҙаҡ түҙергә, хатта ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булырға һәләтле икән, ул – Игеҙәктәр. Кем күберәк һөйләйҙер, был хаҡта бәхәсләшергә лә мөм­кин.

Һыуғояр
Һыуғояр

Һыуғояр өсөн мөхәб­бәт, – бөтәһенән элек, Ай аҫтында йөрөү, таңды ҡаршылау. Уның менән серле боронғо хараба­ларҙы яуларға әҙер то­роғоҙ – был Һыуғояр өсөн һөйгәненең күңелен кү­реүҙең мотлаҡ алымы. Зодиак билдәләренең шаян ҡылыҡһыр­лама­лары раҫлауынса, шиғыр һөйләүҙә һәм йырлауҙа уға тиң кеше юҡ.
Ҡатын-ҡыҙ-Һыуғоярҙар йөрәге ҡушҡанса эш­ләргә ғәҙәтләнгән. Әгәр йөрәге һин уның менән бергә булырға тейеш, тип әйтә икән, сумаҙандары менән тупһаңда көт.
Һыуғоярҙар, бөтәһенән элек, нимәне юғары ба­һалай һуң? Әлбиттә, шәх­си иректе. Яңғыҙ ҡал­ғылары килһә, бер кем дә ҡағылмаһын өсөн үҙ­ҙәре тирәләй өс метр ҡа­лынлығындағы стена тө­ҙөргә әҙерҙәр. Теңкә­ләренә тейеү – стенаға борсаҡ бәреү менән бер, ыжлап та бирмә­йәсәк­тәр, уңайлы донъяларында хәсрәтһеҙ оҙаҡ йәшә­йәсәктәр.

ЮЛАМАН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: