+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Март , 14:00

ЧВК “Редан”: кемдәр улар, маҡсаттары һәм айырма билдәләре

Илдә үҫмерҙәр "Редан" хәрәкәтенә күпләп ҡушыла. Структураһы буйынса шәхси хәрби компания булмаһа ла, яңғырап торһон өсөн үҙҙәрен ЧВК “Редан” тип атаған субкультураға егет-ҡыҙҙар йөҙәр меңләп ҡушыла.

ЧВК “Редан”: кемдәр улар, маҡсаттары һәм айырма билдәләре
ЧВК “Редан”: кемдәр улар, маҡсаттары һәм айырма билдәләре

Социаль селтәрҙәрҙәге видеояҙмаларҙа күренеүенсә, улар, аниме, яратыусылар кеүек, өҫтәренә 4 һаны төшөрөлгән үрмәксе һүрәтле һалбыр ҡара кейем кейә, сәстәрен буяп, оҙон итеп йөрөтә. Бар шөғөлдәре – сауҙа үҙәктәре кеүек йәмәғәт урындарында күмәкләшеп һуғышыу, интернет киңлегендә “хайп” тыуҙырыу. Иң һағайтҡаны – редансылар бөтөнләй сит кешеләрҙе туҡмай, ғәрипләй, мыҫҡыл итә.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар үҫмерҙәрҙең субкультураға ҡушылыуын әлегә ғәйеп тип һанамай. Шулай ҙа улар ғаиләлә балаға күберәк иғтибар бүлергә, нимә яҡшы, нимә яман икәнен аңлатып, әңгәмә үткәрергә кәңәш итә.

Фото: https://intertat.tatar/

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в