+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Март , 17:00

Тиҙҙән, киләсәктә...

Күп балалы ғаиләләргә яңы төр сертификат барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был юлы һүҙ бер миллион һум аҡса тураһында бара. Сертификат булырмы? Кемдәр алыр? Ул сумманы алыу өсөн күп бала табырҙармы?

Тиҙҙән, киләсәктә...
Тиҙҙән, киләсәктә...

РФ Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаты күп балалы ғаиләләргә автомобиль алыу өсөн бер миллион һумға торошло сертификат биреү тураһында тәҡдим әҙерләгән. Был башланғыс дүрт һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә ҡағыла.

Әйткәндәй, бындай ярҙам ҡайһы бер төбәктә бар һәм бик яҡшы һөҙөмтәле.

Ошо турала проектты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустинға ебәргәндәр. Инициатива авторҙары белдереүенсә, ғаиләләр сертификат буйынса тик үҙебеҙҙә етештерелгән машинаны алырға тейеш. 

Фото: dzen.ru

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-06/k-p-balaly-ail-l-rg-ya-y-t-r-sertifikat-barly-a-kile-e-ihtimal-3167450

Автор:
Читайте нас в