Иртәнге ашты – сәхәр ашау тиҙәр, ә кискеһе – ауыҙ асыу тип атала.
Ҡояш сығырға ике сәғәт ҡала сәхәр ашау тамамлана. Унан һуң ауыҙҙы сайып ниәт ҡылырға.
Тел менән ниәт әйтеү – сауаплы эш, уны башта үҙебеҙҙең телдә әйтәбеҙ: “Илаһи ниәт ҡылдым, бер Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн, таң беленгәндән алып ҡояш байығанғаса Рамаҙан ураҙаһын тотмаҡҡа”. Был һүҙҙәр ғәрәп телендә лә әйтелә: “Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри рамәдаанә минәл-фәҗри иләл-мәгьриби хаалисан лил-ләәһи тәгааләә”.
Көн оҙонона ураҙа тотҡандан һуң, ҡояш байығас, ауыҙ асырға тейеш булабыҙ. Һыу, тоҙ, йә иһә берәй татлы емеш менән ауыҙ асыу сауаплы һанала. Унан һуң: “Йә, раббым, бер Һинең ризалығыҙ өсөн генә ураҙа тоттом, тотҡан ураҙаларымды ҡабул ҡыл. Йә, Раббым, Үҙең биргән һый-ниғмәттәрең менән ауыҙ асам, ҡылған гонаһтарымды ғәфү ҡыл”, – тип әйтәбеҙ. Ауыҙ асҡандан һуң ғәрәпсә ошо доға уҡыла: “Әллааһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә гәләйкә тәүәккәлтү үә гәләә ризкый-кәфтәртү фиг-фирлии йәә гаффәру мә каддәмтү үә мә әххартү”.
Фото: every-holiday.ru