+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март , 14:00

Иң ҡиммәтле һәм ҡәҙерле байлыҡ

Бер малай өй түрендәге шкафта торған бәләкәс кенә тартмала нәмә барлығын һорап, әсәһен йөҙәткән. Ә әсәһе һәр ваҡыт: “Унда минең иң ҡиммәтле һәм ҡәҙерле әйберем һаҡлана”, – тип яуаплаған, әммә бер ҡасан да асып күрһәтмәгән.

Иң ҡиммәтле һәм ҡәҙерле байлыҡ
Иң ҡиммәтле һәм ҡәҙерле байлыҡ

Ваҡыт үткән, малай үҫкән, ситкә сығып киткән, ғаилә ҡорған. Буш ваҡыты ла аҙайған, әсәһе янына ла юлы бик һирәк төшкән.

Ә бер көндө әсәһенең баҡыйлыҡҡа күсеүе хаҡында хәбәр алған. Инде ир булған малай тыуған йортона ҡайтҡан. Бушап ҡалған нигеҙҙә әсәһенән башҡа йәшәүҙән йәм тапмаған. Юлға сығыр алдынан, өйҙө тағы бер ҡат әйләнеп ҡарап сыҡҡан. Шунда түр башындағы шкафта теге тартманың юҡлығын иҫкә алған.

Өйөнә ҡайтып, өс көн үтеүгә посылка килгән. Ебәреүсенең әсәһе икәнен күреп, тертләп киткән ир, шулай ҙа посылканы асҡан. Уның эсендә теге тартма булған. Ә ҡап эсендә алтын ҡул сәғәте һәм әсәһенән “Минең менән үткәргән һәр минутың өсөн рәхмәт, балам!” тигән яҙыу ятҡан.

Яҡындары менән үткәргән ваҡыт кеше өсөн иң ҙур байлыҡ һәм иң ҡиммәтле әйбер икәнен шунда аңлаған ир.

Ваҡыт бик тиҙ үтә, ғүмер секунд һайын ҡыҫҡара. Яҡындарығыҙ менән ваҡытығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ үткәрегеҙ.

Фото: sokrovennik.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в