+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март , 11:00

Республикала 11 градусҡаса йылыта

Башҡортостанда алдағы өс көндә һауа торошо яҙғыса йылы була. Бөгөн, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Иртән юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0, 5+ градус тәшкил итәсәк.

Республикала 11 градусҡаса йылыта
Республикала 11 градусҡаса йылыта

Кесаҙна, 16 мартта, башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Термометр бағанаһы төндә -1, -6, урыны менән -11, көндөҙ +2, +7, таулы райондарҙа +11 градусҡаса йылыта.

Йома, 17 мартта, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡ-көнбайышта бер аҙ епшек ҡар. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә -1, -6, көндөҙ +2, +7, таулы райондарҙа +11 градус.

Фото: ok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в