+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март , 12:00

Шулай ҙа була...

Банкоматтан аҡса алырға булдығыҙ, ти. Тик ни ғәжәп, аҡсалар иҫәптән төшөрөлдө, ә банкомат сумманы сығарып бирмәне. Нимә эшләргә? ***

Шулай ҙа була...
Шулай ҙа була...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай ҙа булырға мөмкин. Йәки киреһенсә, картаға аҡса һалып тулыландыраһың, ә был хаҡтағы СМС килмәй. Бындай хәлдә нимә эшләргә?

*Беренсенән ҡаушап ҡалмағыҙ. Банкомат экранын һәм уның номерын фотоға төшөрөгөҙ, операцияның датаһын һәм теүәл ваҡытын яҙып алығыҙ. Банкомат чек бирһә, уны һаҡлағыҙ.

*Банкоматта күрһәтелгән номерға шылтыратып, булған хәл хаҡында хәбәр итегеҙ.

*Картаны биргән банктың теләһә ҡайһы бүлегенә барып, дәғүә белдерегеҙ. Ғаризала түбәндәгеләрҙе күрһәтергә кәрәк:

- шәхси мәғлүмәттәрҙе, телефон номерығыҙҙы;

- банкомат номерын, операция эшләнгән көн һәм ваҡытты;

- операцияның ҡайһы этабында хата килеп сыҡҡан һәм һеҙ ниндәй сумманы юғалттығыҙ;

- аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн счет номерығыҙҙы;

Ғаризаның мисәт ҡуйылған күсермәһен һорап алығыҙ.

Әгәр банктың башҡа бүлексәләре булмаһа, ярҙам хеҙмәтенә шылтыратығыҙ йәки яҙығыҙ. Улар һеҙгә артабан нисек эш итергә кәрәклеген аңлатыҙар.

 

Фото: ok.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в