+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Март , 13:00

Ташҡын ҡасан көтөлә?

Башҡортостанда яҙғы ташҡын, тәүге мәғлүмәттәр буйынса, 7-18 апрелдә көтөлә. Был хаҡта матбуғат конференцияһында Башгидромет үҙәгенән хәбәр иттеләр. Ә теүәл фараз 25 марттарҙа билдәле буласаҡ.

Ташҡын ҡасан көтөлә?
Ташҡын ҡасан көтөлә?

Күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, март башында Дим бассейнында ҡар ҡатламындағы һыу запасы норманан 33 процентҡа юғарыраҡ. Ағиҙелдең өҫкө ағымында норма сиктәрендә, ә дөйөм алғанда ул күпйыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 10-20 процентҡа кәмерәк. Ағиҙел бассейны буйынса ҡарҙың уртаса бейеклеге 50-78 сантиметр, норманан тайпылыш декадаға 96-150 процент тәшкил итә.

Яҙғы ташҡын мәлендә йылғаларҙың максималь дәрәжәһе быйыл норманан түбәнерәк көтөлә.

Фото: mobillegends.net        

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в