+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Март , 11:00

Алмала йөҙ төрлө файҙа бар

*Әгәр баш өйәнәге буласағын йә иһә башығыҙ ауыртасағын һиҙәһегеҙ икән, алма ашап ҡуйығыҙ һәм әлеге сирҙәр һеҙҙе борсомаҫ.

Алмала йөҙ төрлө файҙа бар
Алмала йөҙ төрлө файҙа бар

*Көнөнә 1 алма ашау тәндең С витаминына булған ихтыяжының 1/4 өлөшөн бөтөрөргә һәләтле. С витамины иһә тирегә йыйырсыҡтар сығыуҙан һәм иртә ҡартайыуҙан һаҡлай. Алмала В2 витамины ла бар. Әлеге файҙалы матдәгә ихтыяж булмаһа, биткә бетсәләр сыҡмаҫ, сәс ҡауаҡланмаҫ, ирендәр ярылмаҫ.

*Алмаларҙа булған В1 витамины арыу, күңел төшөнкөлөгөн еңергә, йоҡоһоҙлоҡ менән көрәшергә ярҙам итә.

*Алмаларҙың ялҡынһыныуға һәм микробтарға ҡаршы үҙенсәлеге бар, улар ҡан тамырҙарын нығыта, холестерин дәрәжәһен төшөрә һәм тимер миҡдарын күтәрә, ҡан баҫымын яйлай, аш эшкәртеүҙе, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, тәнде ағыу, ауыр матдәләрҙән таҙарта.

*Ҡаты алманы әкрен генә сәйнәп ашау урттарға һылама яһағандай йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта ауыҙҙағы микробтарҙың 90 проценты үлә.
*Алмала тештәр боҙолоуға юл ҡуймаусы тәбиғи кислоталар бар.

*Өс көн дауамында алма, кипкән арыш икмәге ашау һәм йәшел сәй эсеүгә нигеҙләнгән махсус туҡланыуға күсеү тәмәке тартыуҙы ташларға ярҙам итә. Ул көндәрҙә башҡа ризыҡтар ашарға һәм эсемлектәр эсергә ярамай.

*Ҡан тамырҙары киңәйгәндә һәм быуындар һыҙлағанда, көн һайын ашар алдынан йылы килеш 0,5әр стакан алма һыуы эсегеҙ.

*Бөйөрҙәрҙә һәм бәүел ҡыуығында таштар булғанда, бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ, алма ҡабығынан әҙерләнгән сәй эсергә кәңәш ителә. Әлеге төнәтмә менән тәнгә ҡысытҡылар сыҡҡанда һәм тире ауырыуҙары күҙәтелгәндә лә дауаланырға мөмкин.
*Тире бешкәндә һәм өшөгәндә, ауыртҡан урынға ыуылған алма ҡуйыу файҙалы.

*Алма бөйөр ауырыуҙарын дауалауҙа ла ярҙам итә. Бөйөр ауырыуҙарын булдырмаҫ өсөн, көнөнә 3-4 баллы алма ашағыҙ. Шешенеүҙәрҙе бөтөрөү өсөн сей, бешкән алма ашарға кәрәк.

Фото: danceon.ru

Мәғлүмәт "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән алынды.

 

Автор:
Читайте нас в