+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Март 2023, 18:00

ЙОМОШ

Хәҙерге балаларҙы йомошҡа ебәреп булмай икән. Улар хатта был “йомош” тигән һүҙҙе лә аңламайҙар. Беҙ бәләкәйҙә иһә йомошто, үтесте, хәйерҙе барыбыҙ ҙа белдек. Йомошҡа, хәйер алып барып килергә ебәргәндәрен ярата ла торғайныҡ. Ғаиләлә лә бер йомошсо бала була. Һәм был баланы әсәй бушҡа ғына ла һайламай, уның теле лә, үҙен тотошо ла, башҡа фиғелдәре лә нисектер алсағыраҡ, үткенерәк булалыр инде. 

ЙОМОШ
ЙОМОШ

Беҙҙең өйҙә мин йомошсо булдым. Бәләкәй генә көйө ололарҙың донъяуи мәсьәләләрен дә хәл итә инек әле. Мәҫәлән, әсәй булмағанда күрше еңгәйҙән икмәкте баҫып бирергә йәки мейескә ултыртышырға, иртәнге һауынды башҡарып торорға килешәһең. Хатта имсәк туғаныңды күтәреп алып барып берәй һөтлө апай менән һөйләшеп, имеҙҙереп тә алаһың. Икмәк, тоҙ, шәкәр, әсетке һорап тороу тураһында һүҙ ҙә юҡ инде. Был ризыҡтарҙы ололар булмағанда һораһалар ҙа бүлеп бирергә икәнде беләһең. Үҙегеҙгә берәй бала йомошҡа килеп инһә шатланып ҡаршы алаһың. Бөгөн берәй бала урамға инһә иғтибар ҙа итмәйһең бит, сөнки улар уйнарға ғына килә. Элек бала йомошон бөтөн тәртиптәре менән башҡара белә ине. Инеп һаулыҡ һораша ла ишек төбөндә туҡтап, өндәшмәй ҡала, уға “үт тә үт” тиҙәр, тик ул үҙенең уйнап түгел, ә етди эш менән йөрөүен белдереп тора бирә. Унан “Ни йомош?” тип һорайҙар. Шунда инде ул йомошон ярып һала. Ә инде йомош үтә лә сетерекле булһа, ололар тарафынан яҙылған хатын һуҙа. Йомош үтәүсене күп осраҡта маҡтап, һөйөп, кеҫәһенә тәм-том, һис юғы икмәккә май-шәкәр һылап тоттороп булһа ла сығаралар. Баланың күңеле үҫеп, кәйефе күтәрелеп китә, әлбиттә. Шуға ла йомошҡа йөрөүҙе ярата ла инек. Халыҡ бер-береһен “йомошҡа һәйбәт”, “үтескә ыңғай” йәки “йомошҡа ҡаты”, “хәйерһеҙ” тигәнерәк билгеләр менән дә бүлеп бөтә. Был баһалама уның ниндәй булыуын тулыһынса асып та бирә ине.

Икенсе яҡтан йомош йомошлатыу йолаһы баланы иртә үҙ аллы, ҡыйыу булырға өйрәтте. Кеше менән һөйләшә белеү, ниндәйҙер нескә психологик алымдарҙы аңлау һәм ҡулланыу, кем менән нисек аралашырға икәнде төшөнөү ҙә килә. Коспромислы булыу, диалог ҡора белеү, үтенес белдереү, матур мөғәләмә, иплелек кеүек сифаттар ҙа тәрбиәләнә бер ыңғайҙа. Ә инде иң ҙур тәрбиәүи өлөшө, ниндәйҙер проблеманы, башҡа кешеләр менән аралашып, һөйләшеп-килешеп хәл итә белеүгә өйрәтеү тип һанайым мин. Бөгөн беҙҙең балалар бер нәмәне лә кеше менән мөнәсәбәткә инеп хәл итә һалмай, барыһы ла һатып ҡына алына тип уйлай. Миҫалға бер хәл: танышым ғаиләле улына прописка эҙләй. “Ир кеше ни өсөн һине йөрөтә, үҙенә ни булған”, тиһәм, “Ул улайтып һоранып өйрәнмәгән шул” ти. Тимәк, ир ҡорона ингән әҙәм үҙенә кәрәк нәмә өсөн икенселәр менән диалог ҡора, килешә, үтенес белдерә алмай. Уны быға өйрәтмәгәндәр. Ысынлап та беҙ балаларҙы “кешенән һоранып йөрөмә” тип тырыштырабыҙ бит, барыһын да алдарына алып килеп һалабыҙ, уны кәмһенеп, ғорурлығын ҡуҙғытып, йөҙөн ҡыҙартып ҡуйыуҙан мөмкин тиклем аралайбыҙ. Йомошҡа йөрөүҙе насар ғәҙәт тип һеңдерәбеҙ.

Ысынлап, хәҙер кешелә бөтөн нәмә лә бар. Күршегә йомош менән инерлек мохтажлыҡ та ҡалмаған. Йомошлашыр мохтажлыҡ булмағас һынашыу, бер-береңде кисерә, аңлай белеү, хәленә кереү тигәндәре лә юҡҡа сыға. Бала саҡта һыйыр һыу алғанда күрше еңгәй үҙ белдеге менән һауын һайын һөт бирә, уларҙыҡы һауҙырмағанда әсәйем беҙҙән аша ебәртә ине. “Әсетке” һылтауы менән килгән инәйҙәр хәл белешеп, һөйләшеп ултырып китәләр. Хәйер биреп сыҡҡандар изге теләктәр алып китә. Ҡәйнәм, “ураған һайын йомошом төшөп тора” ти ҙә,  күршеһендәге яңғыҙаҡ иргә ашын да, йылы икмәген дә, табын тәм-томон да индерә, башҡаһын да бирә һәм ир ҡулы кәрәктә үҙен ярҙамға ла саҡыра ине. Һәм йылы һүҙен, рәхмәтен йәлләмәй, маҡтап-хуплап сығара. Ә бөгөн ҡайһы бер ауылдарҙа ҡәбер ҡаҙырға ла кеше тапмайҙар, уның өсөн йә аҡса, йә эскелек һорайҙар. Кешеләр бер-береһенә бушлай ярҙам, изгелек эшләүҙе, йомош үтәүҙе онотҡан.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:
Читайте нас: