+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Март 2023, 13:00

Яҙын һәм йәйен һауа торошо ниндәй булыр?

Метеорологтар алдағы айҙарға уртаса һауа температураһын һәм яуым-төшөм күләмен күҙалланы. Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һауа торошоноң аномалиялары көтә аламы?

Яҙын һәм йәйен һауа торошо ниндәй булыр?
Яҙын һәм йәйен һауа торошо ниндәй булыр?

Белгестәр 2023 йылдың апрель-сентябренә һауа торошона фараз бирҙе. Климат мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә һауа температураһының «уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын» булыуы көтөлә. Метеорологтар иҫкәртә, прогноздың аныҡлығы 65-70% тәшкил итә.

Августа норманан тайпылыуҙар булыуы ихтимал, тип белдерҙе синоптиктар. Әйтәйек, республиканың төньяғында йәйҙең һуңғы айы ғәҙәттәгегә ҡарағанда йылыраҡ була.

Уртаса тәүлек һауа температураһы апрелдә – +3,+ 6, майҙа – + 11, +14, июндә –+16, +19, июлдә – + 17, +21, августа – + 15, +19, сентябрҙә – +9, +12 градус тәшкил итәсәк. Яуым-төшөм буйынса июндә һәм августа норманан тайпылыуҙар булыуы ихтимал. Был айҙарҙа республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында ғәҙәттәгенән күберәк ямғыр яуыуы фаразлана.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: