+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2023, 13:00

Ағастарҙы нисек дауаларға?

Ағас олонондағы яраларҙы дауалау – яҙғы эштәрҙең тәүгеһе. Уны һут ағышы башланмаҫ борон эшләргә кәрәк. Зарарлы микрофлора үтеп кереп, ағасты харап итмәһен өсөн.  Киҫкән урынды махсус ағас буяуы  әлиф, майлы буяу менән һылап ҡуйығыҙ. Кәрәсин йәки бензин ҡушылған буяҙар ҡулланғанда, олондоң оҙаҡ төҙәлеүе, ҡыуыштар барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Ағастарҙы нисек дауаларға?
Ағастарҙы нисек дауаларға?

Яҙғыһын ҡышты имен генә йоҡлап үткәргән ҡоротҡостар ҙа уяна. Уларҙан ҡотолоу өсөн иртә яҙҙа олондарға юғары концентрациялағы мочевина иретмәһе һибергә кәңәш ителә. Әлеге мәлдә был ысул ағастар өсөн хәүефһеҙ, ә бына ҡоротҡостар өсөн – үлемесле. Шулай уҡ Нитрофен ҡулланырға ла мөмкин.

Ағастарығыҙҙа лишайниктар күренәме?  Уларҙан ҡотолоу өсөн башта ҡырып таҙартығыҙ (тик ағасҡа зыян килтермәйенсә), һуңынан 5 процентлы тимер купоросы менән эшкәртергә кәрәк буласаҡ. Әлбиттә һут йөрөшө башланғансы башҡарырға кәрәк, юҡһа, “уянған” ҡайырыны яндырыуығыҙ бар.

Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, көҙҙән ағас олондарын ағартып ҡуйыусылар ундай бәләне белмәй ҙә. Шуға күрә, тәүге ҡояшлы көндәр башланыу менән был эште башҡарып ҡуйһағыҙ була. Ағартыу өсөн  “Эзбизле һөт” йәки эмульцион-һыулы буяу яҡшы.

                                               

Фото: image3.thematicnews.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: