+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2023, 09:00

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ...

Яҙ көнө генә күҙәтелгән бик матур мәл – күсмә ҡоштарҙың ҡайтыуы. “Сыйырсыҡ диңгеҙ артына китһә лә, тыуған ояһына ҡайта”, - тигән һүҙ бар халыҡта. Ана шул иҫ китмәле матур йырсылар хаҡында бөгөн һүҙебеҙ. Ә һеҙ белә инегеҙме? Тәүҙә ата сыйырсыҡ килә. Үҙенсә һайраған була, тик уның йыры моңһоуыраҡ килеп сыға. Инә ҡошсоҡ ҡайтҡас, бергәләшеп илһамланып йырлайҙар. 

Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ...
Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ...
Икенсе ҡош тауыштары ла сығара беләләр икән: ҡарға ҡарҡылдауы, ҡарлуғастың сырылдауы, хатта ҡолон кешнәгән һымаҡтарҙы ла ишетергә мөмкин.
Сыйырсыҡ зәңгәрһыу төҫтәге йомортҡа һала. Балаһының ауыҙы ҙур, томшоғоноң ситтәре һары төҫтә була. Ҡараңғы ояла ата-инәләре шул томшоҡтарынан таба ла инде. Ә балаларын туйындыру өсөн көнөнә 300-350 бөжәк алып ҡайта. Һәр ике минут һайын ем һорап тора икән тегеләр. Шулай итеп, тәбиғәтте зарарлы бөжәктәрҙән дә таҙарта бит улар. Ә төрҙәренә килгәндә инде: брамин сыйырсығы, ҡыҙыл томшоҡло, ябай, сыбар, алһыу төҫтәге, һоро башлылар була.
 
Фото: vilingstore.net
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: