+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2023, 11:00

Таҙалыҡ – байлыҡ

Иман йорттары донъялағы иң таҙа урын булырға тейеш. Бының өсөн түбәндәге шарттарҙың үтәлеүе зарур:   * Әҙәм балаһы ғибәҙәтханаға инер алдынан тәненең, кейе­менең таҙа булыуына, үҙенән насар еҫ килмәүенә инанырға тейеш;

Таҙалыҡ – байлыҡ
Таҙалыҡ – байлыҡ
* аяҡ кейемен тышта ҡалдырырға кәрәк;
* ғибәҙәтхананы таҙа тотоу – унда ингән, бысраҡты, тәртипһеҙлекте беренсе булып күргән һәр кешенең бурысы;
* иман йортоноң эсенә еҫле май бөркөргә кәрәк.
“Әгәр мосолман ир-ат йомала ғөсөл алып, мөмкин тиклем таҙарынып, сәсен рәтләп, өҫтөнә хуш еҫ бөркөп намаҙға бара һәм янындағыларҙы мәшәҡәтләмәй, күпме тейеш, шунса ғибәҙәт ҡылып, аҙаҡ имамдың һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңлап, һөйләшмәйсә тыныс ултыра икән, үткән аҙнанан алып ошо йомағаса ҡылған бәләкәй гонаһтары мотлаҡ ғәфү ителер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ислам – таҙалыҡ, паклыҡ дине. Был сифаттар мосолман өсөн иң юғары урында булырға тейеш. “Таҙа булығыҙ! – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Паклыҡ, сафлыҡ – имандың иң ҙур өлөшө”. Мәғлүм ки, таҙалыҡ сәлә­мәтлектең төп нигеҙен билдәләй. Ә һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ.
 
Фото: ru.freepik.com
Автор:
Читайте нас: