+13 °С
Болотло
Айҙың халыҡсан исеме “ҡар ҡыуғыс”, сөнки шәп ирей, гөрләүектәр аға.
Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
- Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
- Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә.
- Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.
- Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
- 1 апрелдә көн торошо ниндәй, октябрҙең беренсе көнө лә шундай булыр.
- 12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.
- 15 апрелдә йылғалар боҙҙарынан ташып аҡһа, бесән мул булыр.
- 24 апрелгә тиклем ҡар һыуҙары ағып бөтмәһә, тимәк, яҙ һуң килә.
Фото: witchnest.ru