+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Май 2023, 18:00

СИРЕНЬ СӘСКӘЛӘРЕ

Сит ҡалала уҡығанда, туған телеңде, тыуған моңдарҙы һағынып йонсоғанда: “Иртәгә байрам, яҡташтар йыйыла, шағирҙар килгән” тигән хәбәрҙе ишетеп, икенсе көн ашҡынып барып етеп, иң алғы рәткә ултырҙым. Шиғыр яратам. Тере шағирҙың ауыҙынан тәүге тапҡыр шиғыр ишетеүем. Алдымда торған Шағир ағай шиғырын уҡый-уҡый ҙа. Туҡтап миңә ҡарай. Онотолоп китеп, алға ынтыла биреп, хайран ҡалып ултырам икән. оялып башымды эйәм. 

СИРЕНЬ СӘСКӘЛӘРЕ
СИРЕНЬ СӘСКӘЛӘРЕ
Шағир ағай тағы уҡый бирә лә, миңә ҡарай. Ә мин сикһеҙ һоҡланыуымды йәшерә алмайым. Был шағирҙар шиғырҙарын нисек яҙа тиәрһең? Кем улар йөрәгенә һинең күңелдә булғанды ҙөйләп тора ла, ҡулдарынан тотоп яҙҙыра икән? Яҙышҡанда улар бик юғарыға күтәреләме, әллә киреһенсә юғарынан беҙҙең янға төшәме? Эй, шиғырҙарға ғашиҡмын бит мин!
Кисә тамамланғас, Шағир ағай яныма килеп исемемде, ҡайҙа уҡыуымды һорашты. Унан: “Әйҙә, һеңлем, матур тауҙарҙы күрһәтәм”, - тип эргәләге Ленин тауҙарында йөрөп килергә саҡырҙы. Тик иптәш ҡыҙҙарым “ҡайтайыҡ та ҡайтайыҡ” тип алып китте лә, мин яңғыҙым ҡалырға ҡурҡып, ағай менән һаубуллашып китеп барҙым. Шул мәлдән алып бер ҡиммәтле нәмәмде юғалтҡан кеүек булып ҡалдым, төн йоҡоларым юғалды. “Шағир ағай мине эҙләп тапһасы” тип ялбарҙым. Исемемде, ҡайҙалығымды белә бит, моғайын табыр, тип өмөтләндем...
Бик күп йылдар үтте. Уҡытыуымды тамамлап, бер йыл эшләп алып, Мәскәүгә аспирантураға килдем. Тағы ла яҡташтар йыйылды. Шағир ағай ҙа аспирантураға килгән булып сыҡты. Хәҙер ул ғаиләле кеше икән. Шулай булыуы билдәле инде, матур ир кеше, һоҡланғыс шәхес. Ҡайтыр саҡта бөтөн батырлығымды йыйып уға шылтыраттым һәм: “Шағир ағай, мин ҡайтырға сығам, шунан алда һеҙгә бүләк тапшырғым килә”, - тинем. Бүләкте ҡатынына, ҡыҙына ла тип алғайным, ҡымыҙ эсә торған фарфор кәсәләр ине. Үҙем фаянс, фарфор рәссамы инем.
Ағай мине сәй эсергә саҡырҙы. Сәй артында яңы китабын бүләк итте һәм ҡаршыма ултырып шиғырҙар уҡыны. “Ошо гүзәл мәл бер ҡасан да үтмәһә ине” тип хыялландым. Әйтерһең мин тәүге күрешкәндәге ун ете йәшлек ҡыҙыҡай ҙа, шул халәттә һаман шиғыр тыңлайым. Кисерештәремде әйтеп биргем килә лә, улай ярамағанлығын, хәҙер инде барыһы ла һуң булыуын аңлап өндәшмәйем. Шул саҡ шағир ағай: “Минең уҡыусыма нимә әйтергә теләгәнемде аңлайһыңмы?” тип һораны. Ҡаушап киттем. “Беҙҙең ун йыл элек яҡташтар осрашыуында танышҡанды иҫләйһеңме?” тип, минең бер минутҡа ла онотмаған кисрештәремде яңыртып ебәрҙе. Унан һағышлана биреп: “Һине күҙ ҡарашыңдан, бер генә һүҙеңдән аңлай белгән кеше һәр ваҡыт яныңда булһа икән ул” тип көрһөндә. Бер аҙ ваҡыт тын ғына ҡалып ултырҙыҡ. Һүҙһеҙ генә аңлаштыҡ. Ағай мине оҙата сыҡты. Аллея буйлап барабыҙ. Ике яҡтан да гөрләп сәскә атып ултырған сирендәр теҙелгән. Оҙон буйлы, ғорур һынлы ағай эргәһендә алһыу ебәк күлдәктә йәлпелдәп кенә киләм. Шул мәл шул хәтлем баш әйләнде, күңел нурға сорналды. Һәм Шағир ағай көтмәгәндә мине күтәреп алды ла, күкрәгенә ҡыҫып алға атланы. Ул мине шулай метроғаса күтәреп алып барҙы. Ашыҡмай ғына, һөйләшмәйсә атланы ла атланы. Электричкаға инеп ултырғас, маңлайымды һалҡын тәҙрәгә терәп түгелеп-түгелеп иланым. Шағир ағайҙың күҙҙәрендәге һағышты. Бәхетһеҙлекте тойоуҙан, үҙемдең сараһыҙ булыуҙан иланым. Эх, шул ваҡыт, йәшлектә, “Мин Шағир менән тауҙарҙа йөрөргә теләйем” тип ҡысҡыра алһам, ҡыйыулыҡ табып әхирәттәремдән айырылып китә алһам икән...
Артабанғы тормошомда Шағир ағайҙың шиғырҙарын матбуғатта күҙәтеп йәшәнем. Уның һәр яңы шиғырын, йырын үҙемә сәләм итеп ҡабул иттем. Ғаилә ҡорҙом. Айырылыштым. Бер үҙем балалар үҫтерҙем. Тормошомдағы иң ауыр ваҡыттарҙа, инде көрәшер хәлем юҡ, инде ҡолайым тигәндә генә, әйтерһең дә, Шағир ағайҙың йылы ҡулдары мине күтәрҙе лә алды. Һәм ике яғы ла шау сиренле аллея буйлап алып китте. Мин уның ҡосағында ял иттем, көс йыйҙым. Һәм мин тағы ла илһамланып алға атланым.
Бына шулай үтте ғүмер. Был минең һөйөү тарихы. Ғазабы ла, һағышы ла, бәхете лә, сирендәре һәм шиғырҙары ла бергә ҡушылған йәшлегем хәтирәһе.

АНОНИМ.
Фото: catalog-photo.ru
 
Автор:
Читайте нас: