-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Май 2023, 14:00

“Борсаҡлы “ йәй

“Борсаҡ” моданан китергә йыйынмай әле һәм 2023 йылда ла популяр буласаҡ. Ул гардеробта булырға тейеш, сөнки теләһә ниндәй осраҡ өсөн яраҡлы мәңгелек классика бит.

“Борсаҡлы “ йәй
“Борсаҡлы “ йәй

Йәйге күлдәк

Бындай кейемдә үҙеңде уңайлы ла бик һөйөкөмлө итеп тояһың. Ҡыҫҡа итәклеһен һайлағанда матур силуэт тыуҙырыусы күлдәккә, мәҫәлән, итәге бөрмәле булғанына иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ асыҡ елкәле вариантты ла ҡарарға мөмкин. Бөгөнгө көндә уртаса оҙонлоҡтағы һә оҙон күлдәктәр ҙә бик популыр. “Борсаҡ” принтлылары иҫкиткес образ тыуҙырыуҙа ярҙам итер. Әйткәндәй, уларҙы теләһә ниндәй аяҡ кейеме менән яраштырып була: бейек үксәле туфлиҙар, платоформалылары менән дә, хатта уңайлы яратҡан кроссовкалар ҙа кейергә мөмкин.

Блузкалар

Уларҙы теләһә-ҡайһы кейем менән яраҡлаштырырға була. Көндәлек күренеште булдырыу өсөн блузкаларҙы джинсы йәки матур шортылар менән берләштерегеҙ, ә етдиерәк саралар өсөн итәк йәки бер төҫлө салбар һайлағыҙ.

Юбкалар

Әгәр ҙә һеҙ эре “борсаҡ”лы итәк һайлаһағыҙ, ул ҡарап тороуға күләмлерәк итеп, ә ваҡ “борсаҡ”лыһы буй-һынды визуаль яҡтан зифараҡ күрһәтәсәк. Матур ҡиәфәт булдырыу өсөн итәктәрҙе бер төҫлө топиктар, футболкалар йәки фонарь еңле блузкалар менән бергә кейергә була.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: